Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2021, 15:47

Радий Хәбиров митингта ҡатнашҡан өсөн студенттарҙы уҡыуҙан ҡыуыуға ҡаршы

Депутат Владимир Нагорныйҙың инициативаһында шулай уҡ тәртип яғы аҡһаған уҡыусыларҙың БДИ баллдарын кәметеү тураһында ла тәҡдим бар ине.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡоролтай -Госсобрание депутаты Владимир Нагорныйҙың инициативаһына ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә депутаттың митингтарҙа ҡатнашҡан студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн санкциялар индереү тураһында проект әҙерләүе тураһында билдәле булғайны.
- Кәрәкмәгән, артыҡ инициатива. Бындай ҡарарҙар нимәнән сығып ҡабул ителәлер, белмәйем. Әммә мин бик ҡаршымын. Әлбиттә, был проект ҡабул ителмәйәсәк. Беҙ бит мәмерйәлә йәшәмәйбеҙ. Кешеләрҙе сәйәси ҡараштары өсөн язаға тарттырырға ярамай, - тип белдерҙе ул.
Шул уҡ ваҡытта, башлыҡтың фекере буйынса, йәштәр менән тығыҙыраҡ эшләргә кәрәк.
- Уҡыусыға йәки студентҡа барып: “Унда йөрөмә, язаға тарттырасаҡбыҙ”, тип әйтеүе бик еңел. Әммә был мәсьәләне примитив сисеү юлы. Беҙ йәштәрҙе ҡурҡытырға түгел, ә уларға аңлатырға тейешбеҙ, улар менән полемикаға дисскуссияға инергә кәрәк бының өсөн, - тип иҫәпләй Хәбиров.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас