Әммә “Башҡарма производство тураһында”ғы закондың 101-се статьяһына ярашлы, һаулыҡ өсөн килтерелгән зыянды ҡаплағанда, ҡараусыһын юғалтыу буйынса, бала ҡарау буйынса пособие түләнгәндә, радиация һәм техноген аварияларҙа зыян күргән, сирле кешене ҡараған, бала тыуған, кеше үлеме менән бәйле түләнгән пособиены, командировка түләүҙәрен, алименттар, дарыу алыу өсөн бирелгән түләүҙәр, “әсәлек капиталы” аҡсаларынан бурыс ҡайтарылмай.
Ҡайһы берҙә суд приставтарының хатаһы менән был тейелгеһеҙ аҡсанан да бурыс ҡаплатыла. Аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн үҙегеҙҙең аҡса иҫәбенә балалар пособиеһы һ.б социаль түләүҙәр күсерелеүен раҫлаған документ алығыҙ. Һуңынан аҡсаны кире ҡайтарыуҙарын һорап, суд приставтарына ғариза яҙығыҙ. Әгәр ҙә улар мөрәжәғәтегеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырһа, һеҙҙең талаптар үтәлмәүен белдереп, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.