Йәмәғәт транспорты 32-се маршрут буйынса хәрәкәт иткән. Сәғәт иртәнге 7-се яртыла ул Ленин урамының 5½ йорто янында "КамАЗ" ҡатнашлығында аварияға осраған. Һөҙөмтәлә салонда булған 10 кешенең өсәүһе төрлө кимәлдә йәрәхәт алған, уларҙы дауаханаға оҙатҡандар.