Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2021, 08:05

Ялдарға көн торошо фаразланды

Әллә яҙ етә инде?.. Тышта шундайыраҡ һауа.

Башгидромет белгестәре мәғлүмәттәренсә, шәмбелә ҡар яуасаҡ, урыны менән – епшек. Боҙлауыҡ та була, юлдарҙа ипләп йөрөгөҙ.

Һауа температураһы көндөҙ – 5, төндә 8 – 10 градус һыуыҡ буласаҡ.

Йәкшәмбелә лә епшек ҡар көтөлә. Айырыуса төньяҡ райондарҙа. Көн шәмбеләге кеүек үк. Бәлки, иртәнсәк бер аҙ томан булыр.

Йылы һауа торошо февраль башынаса һаҡланасаҡ.

Фото: Автор фотоһы.

Читайте нас