Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ғинуар 2021, 17:09

Туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн имтихан көндәре билдәләнде

Белеүегеҙсә, улар Төп дәүләт имтихандарын башҡаса тапшырмаясаҡ. 9 класс өсөн аттестат математика һәм рус теле буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына ҡарап тапшырыласаҡ. Ә төп дәүләт имтихандары урынына улар контроль эштәр башҡарасаҡ.

Уҡыусылар физика, химия, информатика, биология, тарих, география, сит телдәр (инглиз, немец, француз, испан), йәмғиәтте өйрәнеү һәм әҙәбиәт фәндәренән, теләк буйынса, контроль эштәр һайлай ала.
IX класты тамамлаусылар үҙҙәре һайлаған фәндән контроль эштәрҙе 17 – 21 май яҙасаҡ, тип хәбәр итә Роспотребнадзор.
Читайте нас