Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Милли архивы һәм Архив эштәре буйынса идаралыҡ ойоштора, ул Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған.
Конкурс 2021 йылдың 25 ғинуарынан 1 апреленә тиклем дауам итә һәм киләһе йәш категориялары буйынса уҙғарыла:
— белем биреү ойошмаларының 8-11 класс уҡыусылары һәм колледж студенттары;
— 30 йәшкә тиклемге юғары уҡыу йорттары студенттары һәм йәштәр.