Стәрленән 50 йәшлек ир "банк хеҙмәткәренә" ышанып, муттарҙың иҫәбенә 350 мең һум аҡсаһын күсергән.
Учалы районынан ир иғландар сайты аша трактор һатып алырға ниәтләп, ялған һатыусы менән яҙыша торғас, 25 мең һум аҡсаһынан яҙған.
Ҡат-ҡат иҫкәртәбеҙ: билдәһеҙ әҙәмдәргә аҡса күсермәгеҙ. "Банк учреждениеһынан" шылтыратһалар, трубканы шунда уҡ һалығыҙ. Муттар учреждениеларҙың номерҙарын файҙаланыуы ихтимал, һаҡ булығыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.