Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Января 2021, 08:50

Бөгөн – башватҡыстар көнө

Был иҫтәлекле көн пазлдарға бәйле икән. Йәғни, ошо көндә пазл уйлап табылған. Джон Спилсбери исемле картограф балаларҙы географияға өйрәтер өсөн уйлап сығарған.

Ҙур бер йоҡа таҡтаға карта йәбештергән дә, илдәрҙең сиктәре буйынса ҡырҡырға кәрәк булған. Һуңынан ҡабаттан ҡушып, картаны дөрөҫ төҙөргә.

Әле пазлдар бөтә донъяға таралған бик популяр уйын. Уны замана балалары һә тигәнсә йыйып ҡуя.

Ә һеҙ ниндәй башватҡыс яратаһығыҙ?

Фото: vk.com.

Читайте нас