Бөгөн, 28 ғинуар төнөндә, Балаҡатай районының Ҡаранторау ауылында янғын сыҡҡан. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Үҙәк урамында бер ҡатлы йорт янып киткән. Үкенескә күрә, “ҡыҙыл әтәс” 80 йәшлек ирҙең – йорт хужаһының ғүмерен өҙгән.
Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе махсус ҡоролма булған, әммә ул эшләмәй торған. Баҡһаң, йорт хужаһы уны тәмәке төтөнөнә тауышланғаны өсөн һүндереп ҡуйған икән.
Фото: БР-ның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығы