Мутлашыусылар үҙҙәренең компанияларына халыҡҡа матур вәғәҙәләр биреп, бушлай процедуралар үткәрәбеҙ, тип саҡыра. Кешеләр шундай нәмәләргә тиҙ ышана.
Килешеүҙең сәбәптәрен күрһәтеп, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыуҙы һорап, ике ғариза яҙырға. Ойошма юристары уларҙың берәүһен үҙҙәрендә ҡалдырып, икенсеһенә ҡабул итеү датаһын ҡуйып, һеҙгә ҡайтарырға тейеш. Әгәр ҙә аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырға риза булһалар, кредит килешеүен ғәмәлдән сығарыу тураһында ике яҡлы килешеү төҙөлә. Клиника аҡсағыҙҙы банкҡа кире ҡайтарһа, финанс ойошмаһы алдында бурыслы булмауығыҙ тураһында белешмә алырға ла онотмағыҙ. Аҡсағыҙҙы кире ҡайтармаһалар, мутлашыу осрағы буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ, судҡа ғариза яҙығыҙ.