Ил, халыҡ-ара һәм донъя кимәлендә үткәргән саралар һаны буйынса беренсе урында – Санкт-Петербург, икенселә – Екатеринбург, өсөнсөлә – Ҡазан, дүртенселә – Сочи, бишенсе – беҙҙең Өфө. Рейтингҡа Мәскәү индерелмәгән, был йәһәттән баш ҡалаға береһенең дә етә алмаҫы билдәле, ти ойоштороусылар. Санкт-Петербург күргәҙмә фәнни-тикшеренеү үҙәге рейтингты тәү тапҡыр 2014 йылда төҙөй, ул саҡта Өфө 13-сө урында ғына була. Былтыр 6-сы урынды яулаһа, ә быйыл Краснодарҙы уҙып, ете йыл эсендә тәүгә 5-се баҫҡысҡа күтәрелә.
Белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостан «локдаун» осоронда ла әүҙемлекте юғалтмай. Мәҫәлән, апрель айында Өфөлә «Мәкерле сирҙән һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш» халыҡ-ара онлайн-форумы үткәйне. Әлбиттә, барыбыҙҙың да хәтерендә, бар донъяла сир ҡотороуға ҡарамаҫтан, октябрҙә шаулап-гөрләп «Евразия йөрәге» уҙҙы. Унда 50-60 мең тирәһе тамашасының йыйылыуы билдәле. Бынан тыш, баш ҡалала башҡа бик күп сара, конгресс үткәрелде.
РБК порталы мәғлүмәте буйынса, йәй осоронда Башҡортостанға 2 миллион тирәһе турист килгән. Әле республикала юл буйы сервисын үҫтереүгә, геопарктар төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә, Өфө лә әле үк үҙенең 450 йыллығына әҙерләнә башланы, Ағиҙел буйын төҙөкләндереү, Русдрамды, Ҡурсаҡ театрын һәм Өфө циркы яңыртыу планлаштырыла. Тимәк, баш ҡала тағы ла матурыраҡ булып балҡыясаҡ, туристар ағылып торасаҡ!