Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2021, 08:55

БР Башлығы Мөрәжәғәтнамәһен тыңлаусылар ниңә аяғүрә баҫты?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышын тыңларға байтаҡ билдәле кешеләр саҡырылғайны. Шулар иҫәбендә Рөстәм Нәбиев та бар ине.

Яҡташыбыҙҙың әрмелә саҡта аяҡһыҙ ҡалыуын барыбыҙ ҙа белә. Әммә егет бирешмәне. Бөгөн Рөстәм ҡатыны менән балалар ҙа үҫтерә, әүҙем тормош менән йәшәй, билдәле блогер ҙа булып китте. Хатта Эльбрус түбәһенә лә менде.
Радий Хәбиров уны һәммәһенә өлгө итеп күрһәтте. Нәбиевтың Эльбрусҡа менеп еткәндә төшөргән видеояҙмаһын ҡарағанда барыһы ла аяғөҫтө баҫып алҡышланы. Күптәрҙең күҙе йәшләнде.
Эйе, беҙҙе тормош көтмәгәндә һынай. Уға бирешмәй ныҡ ҡалыу һәр кемдең көсөнән килмәй. Рөстәм кеүектәрҙән өлгө алырға кәрәк.
Фото: vk.com
Читайте нас