Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2021, 13:56

"Беҙҙең маҡсат бер!"

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Вадим Старов Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе хаҡында фекере менән уртаҡлашты.

“Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө сығышында уҙған йылға йомғаҡ яһап, өлгәшелгән уңыштарҙы билдәләп кенә ҡалманы, ә тормошҡа ашырыу барышында ниндәйҙер ҡаршылыҡтарға осрап, тейешле һөҙөмтәгә ирешеп булмаған йүнәлештәр, эштәр хаҡында ла һүҙ алып барҙы. Хаталар билдәләнде һәм быйылғы йылда тап шуларға нығыраҡ иғтибар бүленәсәк, ресурстар йәлеп ителәсәк. Шуныһы бик оҡшаны. Етешһеҙлектәрҙе күрә белеү һәм уларҙы таныу – көслө кешеләргә хас сифаттар.
Мөрәжәғәтнамәлә республиканың үҫеш стратегияһы билдәләнде. Беҙҙең маҡсат бер – республика халҡының именлеген тәьмин итеү, социаль хәлен яҡшыртыу. Ә стратегия – уны тормошҡа ашырыу юлы. Бөгөн яңы бурыстар һәм уны тормошҡа ашырыу юлдары асыҡланды”.
Фото:Башинформ.
Читайте нас