—Ағай-эне, әйҙәгеҙ, барына етешеп ултырығыҙ, хәҙер бисәкәй ҡоротлап һурпа килтерер!
Амбулаторияла фельдшер булып эшләп йөрөйөм. Өлкән йәштәге Шәмсинур Итбаева килде. Белә-күрә гел мәрәкәләйем, әле лә уны журналға теркәгән булып ҡыланам:
— Һеҙҙе кем тип яҙып ҡуяйыҡ?
— Этбаева Шәмсинур мин.
— Этбаева. Атайығыҙҙың исеме?
— Малбай.
— Хайуанбай.
— Ни тинең, ишетмәйерәк ҡалдым?—Әбей шау һөйәк ҡул осон ҡолағына ялғап секрәйҙе.
— Яҙып ҡуйҙыҡ, тим. Нимә борсой?
Ҡарт кешенең ауырыуҙары етерлек, иллә уны бында әлеге мәлдә әшәке геморройы килтергән. Башҡа дарыуҙарға ҡушып осаның һыҙлауын баҫа торған майшәмдәр яҙҙым. Кисекмәҫтән ауырыу янына саҡырғастары, дарыуҙарҙы нисек ҡулланырға кәрәклекте шәфҡәт туташының төшөндөрөүенә ышанып, сығыу яғына йүнәлдем.
Бер нисә көндән әбекәй менән яңынан әңгәмә ҡорабыҙ.
— Хәлдәрең нисек, инәй?
— Алланың рәхмәте яуһын үҙеңә, балам, бөтәһе лә һәйбәт.
— Дауалар килешәме һуң?
— Килешә, килешмәгән ҡайҙа, тик анау һуҡ бармаҡ оҙонлоҡ кәнфит һымағын йота алмай хитланам, ауыҙға һылашып, тешкә йәбешә лә ҡуя.