Үрге Ҡарғалы ауылында быға тиклем бер көндә улай күп сара уҙғаны юҡ ине. Республика конкурсына ярашлы уҙған байрамда халыҡ бер-нисә майҙансыҡта күңел асты.
Иң тәүҙә ғаиләне социаль яҡлау, етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған, хеҙмәткә яраҡһыҙ бәлиғ булған граждандарҙың хоҡуҡтары, эш менән тәьмин итеү һәм башҡа һорауҙар буйынса консультациялар үтте.
Үҙәк район дауаханаһының участка терапевты Эльвира Ғилуанова ауыл халҡы өсөн медицина тикшереүе үткәрҙе. Мәктәптә иһә музейға экскурсия, шашка, шахмат һәм көрәш буйынса турнирҙар ойошторолдо.
Артабан “Ҡарғалы- Fest” фестивале гөрләне. Ҡышҡы спорт төрҙәренә арналған байрамға тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәйнеләр. Саңғы ярышы, ғаилә эстафетаһы, музыкаль-күңел асыу программаһы, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәрендә барыһы ла ихлас ҡатнашты.