Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2021, 15:45

31 ғинуарҙа Элвин Грей Өфөлә сығыш яһаясаҡ!

"Горсовет"та - Рус дәүләт академия драма театры алдында үтәсәк байрам концерты Рәсәй студенттары көнөнә һәм Халыҡ-ара интернетһыҙ көнгә арналасаҡ. ⏬

Ойоштороусылар йәштәргә виртуаль киңлектән ысынбарлыҡҡа сығырға, офлайнда тормоштан кинәнес алырға саҡыра.
Байрамда Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәил Өмөтбаев, Зилиә Бәхтиева, Алтынай Вәлитов, МС Баш, «Zainetdin» этно проекты һәм "Элвин Грей"ҙар сығыш яһаясаҡ. Иң төп ҡунаҡтың - БР атҡаҙанған артисы Радик Юльяҡшиндың да йырлауы көтөлә.
Байрам сәғәт 12-нән 5-гә тиклем уҙасаҡ, инеү бушлай. Битлектәрҙе һәм бирсәткәләрҙе онотмағыҙ, бер-берегеҙҙән алыҫ тороғоҙ.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас