Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2021, 08:20

Яңы йыл байрамы бөттө, ниһайәт...

Баш ҡалала тиҙ арала боҙ ҡаласыҡтарын һүтергә ҡушылды. Бер уйлаһаң, ваҡыттыр...

Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков Яңы йыл байрамына яһалған боҙ майҙандарын, һындарҙы, тауҙарҙы алырға ҡушты. Көн торошо үҙгәрҙе, йылынды, хәҙер боҙ һындары кеше өсөн хәүефле булыуы ихтимал.
Моғайын, байрам майҙансыҡтарында балалар туйғансы уйнағандыр, тауҙан шыуғандыр. Хәҙер инде Яңы йылдың иҫкесәһен дә ҡаршылап, үткәреп ебәрҙек, майҙандарҙы таҙартырға ваҡыттыр.
Фото: Юлай Кәримов.
Читайте нас