Яйыҡбайҙар тырышып-тырмашып конкурсҡа әҙерләнә, ул арала Киндеркүлдә хоккей майҙансығын да төҙөп ултыртҡан. Яңыраҡ унда «Ҙур хоккей» турниры ойошторолдо. Ярышҡа Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары хоккейсылары йыйылды.
Хоккей – ҡыйыуҙар һәм етеҙҙәр спорты! Егеттәр сәкән һуғыуҙа иң көслөнө асыҡланы, ә майҙансыҡ янында бура һуғыу, сыбыртҡы шартлатыу, мәргән уҡсы һәм башҡа уйындар үткәрелде. Сәләмәтлек байрамында ҡатнашыусылар иғтибарына шулай уҡ «Еңеүгә илткән юл» күргәҙмәһе тәҡдим ителде. «Айыҡ ауыл» конкурсына әҙерлек барышында ауыл тарихы, уның йәшәйәше, билдәле шәхестәре тураһында мәғлүмәт тупланған. Хоккей турниры шуныһы менән үҙенсәлекле булды, уны СССР-ҙың спорт мастеры, СССР Кубогын еңеүсе, Рәсәй чемпионы Фәнил Ғәдрафиҡ улы Әминев алып барҙы. Уның тәфсирләп, күңелле итеп һөйләүе байрамға йәм өҫтәне.
Сәмле ярышта Әбйәлил районының «Аҡбуҙат» командаһы – беренсе, «Баяс» (Баймаҡ ҡалаһы) – икенсе, «Алдар батыр» (Баймаҡ р-ның Нуғай ауылы) өсөнсө урынды яуланы. Еңеүселәргә затлы-затлы бүләктәр тапшырылды.