Һиҙеү рецепторҙарын кире тергеҙеү оҙаҡҡа һуҙыла. Нейрофизиолог Александр Будик аңлатыуынса, коронавирус инфекцияһын йоҡтороусының төкөрөк составы боҙола, шуға күрә тәм рецепторҙарға барып етмәй, тип фаразлай.
Еҫ һәм тәмде ҡайтарыу өсөн махсус тренинг менән шөғөлләнергә ҡушалар. Мәҫәлән, көн һайын 20 секунд буйы бер-нисә төрлө еҫте еҫкәргә кәрәк. Бының өсөн ҡәнәфер, һарымһаҡ, кардамон, дәрсен, кофе һәм башҡаһын алырға мөмкин. Бындай көслө еҫтәр кәрәкле органдарҙы актив эшләргә мәжбүр итәсәк.