+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2021, 06:20
Электрон сират уңайлымы?
Хәҙер халыҡ электрон сираттың шәп нәмә икәненә өйрәнде. Терминалға киләһең дә, кәрәк төймәгә баҫҡылап, талон сығараһың һәм шым ғына сиратыңды көтәһең. Берәү ҙә алдан тығыла алмай, әрләшмәй. Поликлиникаларҙа ла электрон сират кешене хеҙмәтләндереүҙе күпкә яҡшырта.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төбәк йүнәлешендә тармаҡты цифрлы үҫтереүгә бәйле медицина ойошмаларына электрон сират өсөн ҡорамалдар алыныуын дауам итә.
Ошо арала терминалдар, дисплейҙар килтерелде.
Электрон сират бик уңайлы. Ул табип кабинеттары алдында көтөп торған кешене лә әҙәйтә, ҡабул итеү ваҡытын да көйләй.
Әйткәндәй, беҙҙә табипҡа
doctor.bashkortostan.ru
порталы йә
Госуслуги
сервисы аша, «К врачу» ҡушымтаһы менән яҙылырға була. Шулай уҡ
Контакт – центр Минздрава РБ
(13-01, 88003471301) - һеҙгә ярҙамсы.
Фото: БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"