Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2021, 09:32

Белоретта – янғын

Кисә төнгә ҡарай Белорет ҡалаһының Пушкин урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһен ут ялмап ала.


Урынға килеп еткән янғын һүндереүселәр 23 кешене, шул иҫәптән 3 сабыйҙы эвакуациялай, шулай уҡ 74 йәшлек пенсионерҙы дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡатын «Тиҙ ярҙам» машинаһында мәрхүм була.
Янғын һүндереүселәр ярты сәғәт эсендә “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлай... Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе фажиғә сәбәптәрен асыҡлаясаҡ. Ут сығыу осраҡтары, уларҙа кешеләрҙең һәләк булыуы һәм йәрәхәтләнеүе һаман да кәмемәй.

Фото: Т. Аманов.
Читайте нас