Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2021, 11:42

Балағыҙҙы нисек ашаталар?

БР Йәмәғәт палатаһы мәктәптәрҙә туҡланыу буйынса аноним һорау алыуҙы 29 ғинуарға тиклем оҙайтты.

Башланғыс класс уҡыусыларының ата-әсәләре белем биреү учреждениеларында балаларҙы туҡландырыу менән ҡәнәғәт булыу – булмауҙарын хәбәр итә ала. Һөҙөмтәләр 1 февралгә тиклем РФ Йәмәғәт палатаһына йүнәлтеләсәк.

Былтыр һорау алыуҙа 55 район һәм ҡаланан 3668 ата-әсә ҡатнашҡан. Уларҙың 67,7 проценты башланғыс кластарҙы ашатыу менән ҡәнәғәт булыуын белдергән. Шулай уҡ меню буйынса үҙ тәҡдим дәрен дә индергән.
Читайте нас