Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2021, 18:40

Азат Айытҡоловты Салауат Юлаев ордены алыу менән ҡотлайбыҙ!

Әлеге минуттарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында РФ атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, ҡурайсы Азат Айытҡоловтың юбилей концерты бара. Уға БР Башлығы указы менән Салауат Юлаев ордены тапшырылды.Азат Миңлеғәле улын ҡотлайбыҙ! Ижади уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ! ⏬

Башҡорт Википедияһынан белешмә:
Азат Айытҡолов (1956), ҡурайсы, педагог, йәмәғәтсе. 1975—1978 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1978 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы-солисы. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990) лауреаты.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас