«Вәсиләмдең беҙҙе ташлап китеүенә биш йыл – 31.12.1979-26.01.2016», – тип яҙған бөгөн төндә «Инстаграм»да уның тормош иптәше Илгиз. «Күптәр миңә өйләнергә кәңәш бирә, хатта димләп маташҡандары ла булды. Үҙҙәре танышырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бихисап. Әммә миңә ҡатын ғына түгел, балаларыма әсәй булырлыҡ кеше кәрәк».
Йәш иргә сабыйҙарын ҡарарға ата-әсәһе ярҙамлаша. Хәҙер улар ҙа олоғайып бара инде, киләсәктә үҙ көсөмә ышанырға тура киләсәк, ти Илгиз. Уның һүҙҙәренсә, балаҡайҙар әсәһен онота алмай, бик һағына. «Улым спорт менән шөғөлләнә, ә ҡыҙым әсәһенә оҡшап, йырларға ярата. Ваҡыт яраларҙы төҙәтә, тиҙәр, бының ризалашмайым. Күңел яралары уңалмай», – ти ул.