Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2021, 13:53

Учалы районында янғын теркәлгән

Бөгөн төнгө сәғәт икеләр тирәһендә Учалы районының Муса ауылында янғын сыға.

Уттың артабан таралыуына юл ҡуймай, йәйге йортто һүндереүҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша.
Шулай уҡ Уральск ирекле янғын командаһы менән Миндәк янғын һүндереүселәре лә янғынды һүндерешкән.
Ә кисәге кисен (21.26 сәғ.) Учалы ҡалаһының 3-сө баҡсаһында янғын сыға. Ташландыҡ йортта һуңынан ир кеше мәйете табыла. Мейес яғып йылынырға маташҡан, тигән фараз бар. Әлеге ваҡытта тикшереү дауам итә.
Йыл башынан Учалы районында был икенсе ут ҡорбаны (20 ғинуар Ҡобағоштағы янғында ла ир кешенең янып һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек).
Зинһар, ут менән һаҡ булығыҙ!
Фото: Учалы район-ара надзор бүлегенән.
Читайте нас