БР-ҙың Төҙөлөш министрлығы торлаҡтың квадрат метрына уртаса баҙар хаҡтарын раҫланы. Сөнки торлаҡ шарттарын яҡшыртыу субсидияһын иҫәпләү сығарыу өсөн ведомствоға хаҡтарҙы белеү кәрәк.
2021 йылдың тәүге кварталында иң ҡыйбыт хаҡтар, әлбиттә, Өфөлә – бер квадрат метр 47 мең һум!
Баш ҡаланын һуң Стәрлетамаҡ – бында бер квадрат метрға 46,8 мең һум һорайҙар. Унан һуң Учалы (45,2 мең), Белорет (45 мең).
Иң осһоҙ торлаҡ Күмертауҙа икән – 35 мең һум. Салауатта иһә 34,8 мең һум, шулай уҡ Яңауыл (34,5 мең), Дүртөйлө (34,1 мең), Дәүләкән һәм Баймаҡ (34-әр мең), Ағиҙел (28,4 мең) һәм Межгорьела (25,3 мең) хаҡтар арзан һанала.
Райондар буйынса иң ҡыйбатлы торлаҡ - Стәрлетамаҡ (39,5 мең) һәм Өфө (39,1 мең) райондарында. Шулай уҡ Белорет (36,5 мең), Ҡырмыҫҡалы (36,2 мең), Мәләүез, Туймазы (35,7-шәр мең), Иглин (35,2 мең) һәм Учалы райондарын (35 мең) ошо исемлеккә индерергә мөмкин.
Иң осһоҙло - Асҡын (30 мең) һәм Йылайыр райондарында (30,3 мең).