+21 °С
Болотло
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2021, 06:20
Төбәк гарантия фонды эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтә
"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса эшҡыуарҙарға ҙур ярҙам ҡаралған.
Республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының Төбәк гарантия фонды эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит алғанда яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы (поручитель) була.
Ошо көндәрҙә "Новтек Новые технологии" компанияһына милли проект буйынса биш миллион һум кредит финанслауы бирелгән. Был компания геофизика һәм нефть-газ сервисы өсөн мобиль техника етештерә. Ойошмала 20 кеше эшләй. Айына өс берәмеккә тиклем машина эшләп сығарыла.
Әлбиттә, заман ағышынан артта ҡалмаҫ өсөн етерлек аҡса ла кәрәгә. Компания был осраҡта дәүләттән ярҙам һораған һәм Төбәк гарантия фонды яуаплылығы менән алыуға ла ирешкән.
Фонд бер юлы 25 миллион һум алғанда поручитель була. Теүәлерәк әйткәндә, займдың 70 процентын үҙе ҡаплай ала.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"