Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Айгөл Губачеваның машинаһына ҡар ишелеп төшкән дә, ҙур аяҡ менән баҫҡан шикелле йәмшәйеп ҡалған.
Йәмәғәтсе түбәндәгеләрҙе өйрәтә:
Машинаны ҡарҙан таҙартмағыҙ, урынынан күсермәгеҙ. Полицияға йә участковыйға шылтыратығыҙ.
Фотоға йә видеоға төшөрөгөҙ. Йорт һаны йә урам исеме күренергә тейеш. Туҡталырға ярай тигән билдә булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Полиция протоколында машинаның зыян күргән һәр ерен теркәгеҙ.
Зыян күләмен бойондороҡһоҙ экспертиза асыҡлаясаҡ. Уны биш көндә эшләтергә була.
Полиция машинаның зыян күреүе тураһында раҫланған ҡағыҙ бирергә тейеш.
Экспертиза һәм полиция биргән документты алып, бина милексеһенә барығыҙ ҙа, унан ирекле рәүештә зыянды ҡаплауын һорағыҙ.
Милексе ҡаршы булһа, судҡа бирегеҙ.
“Ҡыйыҡтан ҡар төшөүе ихтимал” тигән яҙыу булыуы ғына милексене ҡар көрәүҙән азат итмәй.
Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.