Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2021, 07:51

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

3 февралдә Башҡортостандың Милли музейында “Тамға” Халыҡ-ара башҡорт милли костюмдары оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла. Был турала Нурия Кинйәбаева хәбәр итә.

Былтыр, 2020 йылдың иң сағыу, мәғәнәле, гөрләп үтеп киткән сараларының береһе - “Тамға” Халыҡ-ара башҡорт милли костюмдары оҫталары бәйгеһе булды. Был бәйгелә баһалама комиссияһына ҡул эше оҫталары, реконструкторҙар, башҡорт милли костюмына мөкиббән ғашиҡ булғандарҙың матур эш һөҙөмтәләре - башҡорт милли кейемдәре һәм уларҙың элементтары тәҡдим ителде.
Башҡортостандың Милли музейы бәйгелә туранан-тура ҡатнашты, белгестәребеҙ ҡатнашыусыларға тулы мәғлүмәти ярҙам күрһәтте.
Кейемдәрҙең һәр береһе сағыу, бай, иң мөһиме тарихи яҡтан дөрөҫ итеп тергеҙергә тырышылған.
Был бәйге күптәрҙең хәтерендә ҡалды һәм, "башҡорт милли кейеме иҫ киткес матур", "ул күлдәк, ҡашмау, еләндән генә тормай икән", "был ысынында ла хазина", тигән фекерҙәрҙе нығытты.
Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостандың төп тарих йорто - Милли музей етәкселеге ошо бәйгенән һуң уртаҡ ҡарарға килеп, 3 февралдә Милли музей тап ошо кейемдәрҙе күргәҙмә рәүешендә халыҡҡа сығара. Бөтә республика халҡына, тарихҡа, темаға битараф булмағандар өсөн уларҙы әллә ҡайҙа сәхнәлә, телевизорҙан, йәки парадта түгел, ә яҡындан күреү мөмкинлеге бирә.
Күргәҙмә 1 ай ғына эшләйәсәк - 3 февралдә көндөҙгө 15.00 сәғәттә башлана, 28 февралдә тамамлана. Быға тиң күргәҙмә әлегәсә булғаны юҡ! Музей коллективы барыһын да ошо сараға саҡыра. Килегеҙ, күрегеҙ, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар - вәғәҙә!
***
В 2020 году, при содействии Национального музея Республики Башкортостан в республике впервые проводился Международный конкурс мастеров башкирского национального костюма «Тамға». Проект привлек внимание к уникальным ценностям традиционного национального костюма, к его этнической самобытности и многообразию, в сочетании с тенденциями современной моды.
После итогов конкурса, руководством РЦНТ и Национального музея было принято решение организовать выставку лучших работ Международного конкурса мастеров башкирского национального костюма «Тамға».
В экспозиции будут представлены работы финалистов проекта, мастеров-изготовителей, художников по костюмам и дизайнеров из городов Москва, Уфа, из Челябинской, Курганской областей России, Туймазинского, Салаватского районов Республики Башкортостан, а также из Республики Казахстан.
С уникальными работами можно будет ознакомиться с 3 февраля по 28 февраля 2021 года.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас