Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2021, 07:00

Кәкре, тимәк, арзан?

Иҫләйһегеҙме икән, бер нисә көн элек эконом класлы картуф тураһында хәбәр яҙғайныҡ. Әле шул категорияға индереү өсөн тағы бер ризыҡ хаҡында һүҙ ҡуҙғаталар.

Арзан йәшелсәләр категорияһына ҡыярҙы ла индереүҙәре ихтимал. Йәғни, кәкре ҡыярҙарҙы. Был хаҡта Емеш-йәшелсә союзы башлығы урынбаҫары Михаил Глушков белдергән, тип яҙа "Газета.ру".
Әллә башҡа яҡшыраҡ нәмә уйлап сығара алмайҙармы икән? Ғәҙәттә, беҙ ҡыярҙы баҡсала асыҡ тупраҡта үҫтереп өйрәнгәнбеҙ. Уның кәкреһе лә, төҙө лә берҙәй үк ризыҡ. Ҡыяр тура ғына булһын өсөн дә ниндәйҙер айырым сара күрелмәй, буғай. Теплицаларҙа, бәлки, тырыштыраларҙыр.
Бынан ары таяҡ кеүек төҙ ҡыярҙар, йәнәһе, "премияль" категорияһына инәсәк һәм бер аҙ ҡыйбат буласаҡ икән. Ҙур сауҙа селтәрҙәре идеаль формалағы ҡыярҙарҙы һорай. Кәкреләрен йә арзанайтасаҡтар йә ташлаясаҡтар. Арзан булһа, әлбиттә, һатып алыусыһы ла табыласаҡ инде.
Фото: Лента.ру.
Читайте нас