Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2021, 11:31

Электрон тәмәке тартыуҙы тыялар

Ошо көндәрҙә республика депутаттары мөһим законды ҡараясаҡ.

Электрон тәмәке бөтөнләй бөтөрөлмәй шул, йәмәғәт урындарында ғына уны көйрәтеп йөрөү тыйыласаҡ. Закон проекты 29 ғинуарҙа сираттарҙы пленар ултырышта ҡараласаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың һүҙҙәренсә, никотинлы электрон тәмәке, ҡалъян һәм вейптарҙы йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, парковкаларҙа, парктарҙа һәм скверҙарҙарҙа ҡулланыу тыйыласаҡ. — Электрон тәмәкенең зыянһыҙлығы тураһында төрлө фекер бар, әммә тикшереүҙәр башҡаны һөйләй. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының докладында, электрон тәмәке гликоль, альдегид, силикат һәм башҡа зарарлы матдәләр бүлеп сығара, улар ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерергә мөмкин, тиелә. Фото: Т. Аманов.
Читайте нас