Өфө ҡалаһында 66 йәшлек ҡатын балкондан төшкән боҙ аҫтына эләгеп йәрәхәтләнгән. Был хәл кисә Беренсе май урамында булған, тип хәбәр итә ҡаланың граждандарҙы һаҡлау буйынса идаралығы.
Ҡатынды тиҙ арала дауаханаға илткәндәр, бәхеткә күрә, ул ныҡ йәрәхәтләнмәгән – медиктар ярҙамынан һуң өйөнә ҡайтҡан.
Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, әгәр ҙә ҡатын йортҡа ныҡ яҡын килмәй, тротуар буйлап атлаһа, бындай хәлгә тарымаҫ ине.
Фото: Өфө ҡалаһының граждандарҙы һаҡлау буйынса идаралығы