Бынан 19 йыл элек Дыуан районында 16 йәшлек ҡыҙҙы вәхшиҙәрсә үлтергән ирҙе ҡулға алғандар. Ул саҡта енәйәтсене тота алмағандар. 2020 йылда үлтерелгән үҫмер ҡыҙҙың туғандарынан һорау алынған, енәйәт эше материалдары ентекле өйрәнелгән.
Тикшереү барышында хоҡуҡ һаҡсылары Свердловск өлкәһенең Новоуральск ҡалаһында йәшәүсе 45 йәшлек Евгений Петровтың бәләкәс ҡыҙҙарҙы үлтереп йөрөгәнен асыҡлаған. Һорау алғанда ул барыһын да һөйләп биргән. Уның иҫәбендә 11 ҡорбан иҫәпләнә.
Асыҡланыуынса, 2001 йылдың 12 майында «ВАЗ-21051» машинаһында китеп барған ир урындағы автовокзал янында бер ҡыҙҙы илтеп ҡуйырға тәҡдим иткәс, ул ҡыҙ ризалашҡан. Енәйәтсе ҡорбанын урманға индереп, бысаҡ менән янап, көсләгән, шунан һуң быуып үлтергән. Үлгәндән һуң ул ҡыҙға бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, аҙаҡ уның кәүҙәһен арҡан менән үҙенең автомобиленә бәйләп, урман төпкөлөнә индергән һәм шунда ҡалдырып ҡасҡан.
Хәҙер әлеге енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһы ҡарау өсөн судҡа ебәрелә.