Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2021, 14:59

Юл фажиғәләре - 24 ғинуар

Кисә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, дүрт кеше яраланған.

Көндөҙ Дыуан районында, Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автоюлының 210-сы саҡрымында, ҡара-ҡаршы килгән ВАЗ-2111 менән "Renault Sandero" машиналары бәрелешкән.
"Renault" водителе, 35 йәшлек ир, ауыр йәрәхәтләнгән.
ВАЗ-2111 машинаһы менән Ҡыйғы районынан 26 йәшлек егет идара иткән.
Авария буйынса тикшереү бара.
Тәүлек эсендә 2300-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 59 иҫерек водитель тотолған, урланған ике автомобиль эҙләп табылған.
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас