Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2021, 15:30

Нефтекама буйынса енәйәттәр хроникаһы

Үткән аҙнала полиция бүлегендә 14 урлашыу, 19 мутлыҡ, 457 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән, эҙләүҙә булған ике кеше табылған, полиция хеҙмәткәрҙәре 99 тапҡыр ғаилә ыҙғыштарына саҡырылған һ.б.һ.б.

Нефтекамала бер төркөм йәштәр өйҙәр буйынса йөрөп, үтә ҡиммәткә ут һүндергес һатҡан, ҡыйбатҡа боҫлоҡто таҙартырға тәҡдим иткән. Оло кешеләр алданып ҡалған.
27 йәшлек таксист егеткә Нефтекаманан Өфөгә барырға заказ килгән. Телефондан шылтыратҡан заказсы, картағыҙға юл хаҡы өсөн 8 мең һум аҡса күсерәм, тип юхалап, карта номерын, шунан телефонға килгән кодты әйтеүен һораған. Таксист мәғлүмәттәр менән бүлешкәс, картаһынан 75 мең һум аҡса юғалған. Клиент та юҡ булған...
59 йәшлек ҡатын муттарға ышанып, 100 мең һум кредит алып, ул сумманы аферистарға күсергән...
Был турала Нефтекама эске эштәр бүлегенән Сөмбөл Вәлиева хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас