БР Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 46 йәшлек ҡатын ҡулдан яһалған канат юлынан ҡолап төшөп ағасҡа бәрелгән. Уны тиҙ арала дауаханаға оҙатҡандар. Медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, ҡатын 3 көндән һуң дауаханала вафат булған.
Тәфтиш комитеты хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектә ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай, шаһиттарҙан, ял базаһы етәкселегенән һорау. Канат юлы суд экспертизаһына тикшереүгә алынған.