Бүребайҙа иһә Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы айҡанлы ирҙәр командалары араһында хоккей буйынса турнир үткән.
Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһының хоккей командаларының ярыштары башланып тора. Финал уйындар 28 ғинуарҙа Сибай ҡалаһында үтәсәк.
Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлағандарға афарин!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.