Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар 2021, 09:15

Беҙҙең сиктә - тағы ҡурҡыныс сирҙәр

Республикаға күрше төбәктәрҙә хайуан-ҡоштарға бәйле йоғошло сирҙәр буйынса хәл-торош киҫкенләшкән. Уларҙы беҙгә индермәү саралары күрелә, үтә һаҡ булырға кәрәк.

Сусҡаларҙың Африка тағуны (чума), юғары патогенлы ҡош киҙеүе. Бына ошолар үтә хәүефле. Ауыл хужалығы өсөн бик зыянлы сирҙәр.
Былтыр ноябрҙә ҡош киҙеүе Татарстандың беҙгә яҡын сигендәге районында теркәлгән. Тағун да тәүҙә Ырымбур өлкәһендә булыуы асыҡланған. Һуңынан Татарстанда, Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә теркәлгән. Чуманың ҡыр ҡабандарына йоғоу хәүефе ҙур. Сөнки беҙҙә улар күп кенә.
Әле ветеринарҙар иҫкәртеү сараһын алып бара. БР Башлығы Радий Хәбиров та бөгөнгө кәңәшмәлә, һаҡ булырға, сусҡа аҫраусы хужалыҡтарға һәр көн хәл-торошто контролләргә, шулай уҡ ҡабан сусҡаларының йәшәү урындарын да күҙәтеп торорға ҡушты.
Фото: vk.com
Читайте нас