Сәйер йән эйәләре, йәғни сит ғаләм (планета) кешеләрен күреү осраҡтары күбеһенсә Төньяҡ Америкала теркәлгән. Бөгөн бәйән итәсәк хәл дә 1955 йылдың 22 авгусы төнөндә Кентукки штатының Хопкинсвилли районындағы Келли ҡасабаһында булған. Был төндә Саттоновтар ғаиләһе һәм уларҙың ҡунаҡтары сит йыһан кешеләрен күреп, ҡурҡыуға ҡала. Әйткәндәй, әлеге ваҡиға билдәһеҙ есемдәр тура һындағы махсус әҙәбиәт серияһында ла баҫылып сыҡҡан. Ул яҙма “Келли Хопкинсвиллилағы йәшел кешеләр менән ҡот осҡос төн” тигән исем аҫтында бирелә.
Сәйер хәлдәр булған кистә Саттоновтарға ҡунаҡтар – дуҫтары һәм күршеләре Билли Рей һәм Джун Тейлорҙың ғаиләләре килә. Йортта оло йәштәге һигеҙ кеше табын артында күңел аса, дүрт бала махсус булмәлә уйын менән мауыға. Шул саҡ тышта ярһып-ярһып эт өрөргә тотона. Бер аҙҙан ҡурҡыуға ҡалған эт, кемдәндер ҡасырға теләгән кеүек, өйгә инергә теләп, ишекте тырнай башлай. Ғәҙәттә тыныс булған хайуандың был ҡылығы Билли Рейҙы аптырата, һәм ул бының сәбәбен асыҡларға була. Тышҡа йүнәлгән саҡта ир стенала элеүле сәғәткә күҙ һалып, ниңәлер ваҡытты хәтеренә һеңдерә: сәғәт телдәре киске етене күрһәтә.
Тышҡа сыҡҡан Билли бер аҙҙан ныҡ тулҡынланып, хатта ҡурҡып, кире әйләнеп инә һәм күктә яҡтылығы бар тирә-яҡҡа таралған ниндәйҙер бер яйланманы күреүен хәбәр итә. Тәүҙә табын артындағылар уны, шаярта тип уйлап, тапҡырлыҡта маҡтай, хәбәренән көлә башлай. Әммә ир етди ҡала һәм йорт хужалары менән башҡа ҡунаҡтарға урамға сығып, яйланманы үҙ күҙҙәре менән күрергә тәҡдим итә. Был ваҡытта инде эт тыныслана. Шуға ла хужабикә тәүҙә киске табынды тамамларға, шунан ғына тышҡа сығып, бер аҙ йөрөп килергә ризалаша. Биллинан башҡалар уйын-көлкө хәбәр һөйләп, ҡәһүә эсергә ултыра.
Ярты сәғәттәй ваҡыт үткәс, өйҙәгеләр тәҙрә буйынан кемдәрҙеңдер йөрөүен ишетеп ҡала. Был юлы инде эттең өрмәүе улар күңеленә шом һала. Йорт хужаһы һунар мылтығын алып тышҡа йүнәлә, табындағы башҡа ирҙәр уға эйәрә. Урамға сыҡҡас, Лакки үҙ биләмәһенән 100 – 150 метр алыҫлыҡта ятҡан уйһыу урында Билли һөйләгән сәйер яйланманы күрә. Ирҙәр бергәләп шул яҡҡа атлай башлай. Шул саҡ улар, арттарынан кемдеңдер килеүен ишетеп, ҡапыл боролоп ҡарайҙар. Һәм ҡурҡыуҙан бер аҙға тораташтай ҡатып ҡалалар. Уларҙың ҡаршыһында сәйер, хатта имәнес йән эйәләре хасил була: буйҙары бер метрҙан ҡыҫҡараҡ, шәрә тәндәренән бер аҙ яҡтылыҡ һибелә, ә пеләш баштарында ҙур ҡолаҡтары тырпайып тора. Ирҙәр әлеге йән эйәләренең күҙҙәре ғәйәт ҙур, тәндәренең йәшел төҫтә булыуына ла иғтибар итә.
– Ул “кешеләрҙең” күҙ алмаһы ла йәшел төҫтә, ә тирә-яғы һарғылт ине. Ауыҙҙары ҙур булһа ла, тештәре күренмәй, танауҙары бөтөнләй юҡ кеүек, – тип иҫтәренә төшөрә аҙаҡ ирҙәр. – Ҡулдары оҙон, бармаҡ араларына яры үҫкән. Ә аяҡтары нәҙек оҙон, табандары иһә йөҙгөстө хәтерләтә. Беҙ туҡтап ҡалғас, сәйер ҡунаҡтар әсиргә төшкән һалдаттар кеүек ҡулдарын өҫкә күтәрҙе лә беҙгә табан атлай башланы. Беҙ ҡурҡышыбыҙҙан тәүҙә – тырым-тырағай, аҙаҡ иҫебеҙгә килеп өйгә табан йүгерҙек.
Йорт хужаһы йорт ишеге төбөнә еткәс кенә ҡулында мылтығы барлығын иҫенә төшөрөп туҡталып ҡала һәм артынан килгән сит ғаләм кешеләренә ата башлай. Әммә уларға йәҙрә тейһә лә, зыян итмәй. Бары тик бер аҙ артҡа алып елләй. Билдәһеҙ йән эйәләренең береһе тороп баҫып, көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрә лә уйһыулыҡтағы яйланма яғына табан шәп-шәп атлап китә. Башҡалары уның артынан эйәрә. Ирҙәр, саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы китә тип уйлап, бер аҙ тыныслана, өйгә инеп, ишектәрҙе бикләй. Шул ваҡыт икенсе ҡатта уйнап йөрөгән балалар иларға тотона. Бүлмәгә йүгереп ингән Лакки Саттонов имәнес заттың тәҙрә аша балаларҙы ҡарап тороуын күрә. Ҡулындағы мылтығын тағы ла эшкә ҡушҡас, улар юҡҡа сыға. Бер аҙҙан уның әсәһе йоҡларға ятҡан еренән ҡысҡырып тороп ултыра: имәнес ҡул тәҙрә шаҡый икән.
Бер аҙ тынлыҡтан һуң, сит ғаләм кешеләренең китеү-китмәүен белергә теләп, Саттоновтар һәм уларҙың ҡунаҡтары ихатаға сығырға була. Билли Рей ишектән беренсе булып сыға, Лакки уның артынан атлай. Ләкин ул ишектән сығып өлгөрмәй, түбәнән яҡтылыҡ һирпеп тороусы, үткер тырнаҡлы ҡул аҫылынып төшә һәм уның сәсенә йәбешә. Ир ҡурҡыуҙан шок кисереп, нимә эшләргә лә белмәй. Теге ҡулдың уны тышҡа һөйрәүен күреп ҡалғас, Лакки дуҫына йәнтәслим йәбешеп, уны ҡабат өйгә табан һөйрәй башлай. Уға башҡалар ярҙамға ташлана. Өйҙәге 12 йән эйәһе барыһы бергә ҡурҡыштан артыҡ ҙур булмаған бүлмәгә бикләнә. Бер аҙ тынлыҡтан һуң сит ғаләм кешеләре түбә буйлап йөрөй башлай: лап-лоп аҙымдар, оҙон тырнаҡтар шиферҙы сырт-сырт яра. Ҡыйыуланып алғас, береһе хатта балалар бүлмәһенең ярылған тәҙрәһенән эскә инергә маташа. Ишек ярығы аша быны күргән йорт хужаһы ҡабат мылтыҡтан атырға тотона.
Был алыш барлығы өс сәғәттән ашыу дауам итә. Ахырҙа ҡурҡыуға ҡалған хужалар һәм ҡунаҡтар ҡасырға була. Һәр ғаилә йорттан йүгереп сығып, үҙ машинаһына ултыра һәм бергәләп Хопкинсвиллилағы полиция бүлегенә юл тота. Әлбиттә, уларҙың имәнес йән эйәләре тураһындағы хәбәренә бер кем дә ышанмай. Хатта һәр береһен алкотестер менән тикшереп ҡарайҙар. Балалар менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың туҡтауһыҙ илауы ғына бер аҙ ышаныс өҫтәгән кеүек була. Һөҙөмтәлә, биш полиция хеҙмәткәре Саттоновтарҙың йортона барып, тикшереү эштәре үткәрә башлай. Тик ваҡиға булған урынға килгәс, хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре ояһына инеп ҡасҡан эттән һәм ерҙәге күп һанлы патрон ҡабыҡтарынан тыш бер нәмә лә тапмай. Сит йыһан кешеләре лә, яҡтылыҡ һирпеүсе яйланма ла юҡҡа сыҡҡан.
Төнгө ваҡиғаларҙан һуң арыған кешеләр йоҡларға теләһә лә, күҙҙәренә йоҡо ҡунмай. Һәр береһе, йортҡа бына-бына ҡурҡыныс йән эйәләре килеп инер ҙә кешеләргә ташланыр, тип ҡурҡып ҡына таң аттыра. Ә көн яҡтыһында иһә улар сит ғаләм кешеләренең ысынлап та килеүен иҫбатлаған дәлилдәр менән ныҡлап таныша: ҡыйыҡтағы ҡалын шиферҙар күпләп сатнаған, ә имен урындарында дүрт бармаҡлы аяҡ эҙҙәре ҡалған; яҡтылыҡ һирпеүсе яйланма торған урында үлән тапалған; шул уҡ урында билдәһеҙ шыйыҡса матдәһе ергә һеңмәй ятҡан була. Әйткәндәй, уны бер нисә лабораторияла тикшереп ҡарайҙар, әммә составын да, нимә булыуын да асыҡлай алмайҙар. Полиция хеҙмәт кәрҙәре ваҡиғалар булған урынды ентекле тикшергәндән һуң, аныҡ яуап булһын өсөн ғалимдарҙы ла саҡыра. Профессор Джет Партон быға оҡшаш хәлдең һуңғы ике йылда Америкала – дүрт, Европала ике тапҡыр булыуын һөйләй.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, яҡтылыҡ һирпкән билдәһеҙ яйланманың күктә осоуын ҡасабала йәшәүсе тағы ла бер нисә кеше күргән була. Ә бына йәшел кешеләр ни өсөн тап Саттоновтар йортона һөжүм итергә булған – был һаман да сер булып ҡала. Саттоновтар был хәлдән һуң Келли ҡасабаһынан бөтөнләй күсеп китә. Уларҙың йортон төрлө мажаралар яратыусы Кейт Хетлон исемле ир һатып ала һәм сит ғаләм кешеләренең һөжүмен көтөп йәшәй. Тик улар башҡаса был яҡтарҙа күренмәй.