Роспотребнадзор мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының һәм лагерҙарҙың эше буйынса яңы талаптар ҡабул итте. Яңы ҡағиҙәләр 2021 йылдың 1 ғинуарынан 2027 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр ғәмәлдә буласаҡ. Электрон уҡыу сараларына айырым иғтибар биреү кәңәш ителә: мәҫәлән, интерактив таҡта диагонале 165 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш. Ноутбук йә компьютер экранының диагонале – 39,6 см., планшеттыҡы 26,6 сантиметрҙан артығыраҡ булмаҫҡа тейеш. Мәғариф учреждениеларында электрон-нурлы көпшә нигеҙендә мониторҙар ҡулланыу тыйыла. Дәрестә электрон сараларҙы ҡулланыу ваҡыты 35 минуттан артмаҫҡа тейеш. Ә мобиль телефондар ҡулланыу бөтөнләй тыйыла, сөнки улар уҡыусыларҙың күҙен боҙа, арҡаһын көмөрәйтә, тип билдәләй Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре.
Дәрестәр иртәнге сәғәт һигеҙҙән иртәрәк башланмаҫҡа тейеш. «Нуленсе дәрестәр» һәм өс сменаға уҡыу тыйыла. Икенсе смена дәрестәре киске сәғәт 19-ға тиклем тамамланырға тейеш. Дәрестәр араһындағы тәнәфес оҙонлоғо – 10 минут. Икенсе йә өсөнсө дәрестән һуң оҙон тәнәфес 20-30 минут ғәмәлдә ҡала (ике оҙон тәнәфескә бүлергә мөмкин).
Мәктәп аттестатында «зачет» билдәһе. Тағы ла бер мөһим яңылыҡ – быйылғы йылдан аттестатта «Һынлы сәнғәт», «Музыка» һәм «Физик культура» предметтары буйынса «Уҡылды» билдәһе ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ мәктәп документында штрих-код буласаҡ, ундағы барлыҡ мәғлүмәттәр компьютер модуле ярҙамында һаҡланасаҡ (QR-код).
Сит телдән БДИ биреү мотлаҡ түгел. БР Мәғариф министрлығының яңы бойороғо иртәгәнән, 4 ғинуарҙан, ғәмәлгә инәсәк. Ун беренсе класс уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының мотлаҡ имтихандар исемлегенән сит телдәр алынған. Хәҙер рус теле һәм математиканан ғына имтихан мотлаҡ һанала.
Фото: Т. Аманов.