Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Января 2021, 09:11

Интернет уғрылары үҙенең ҡармағына эләктерергә әҙер тора

Мәләүез районында йәшәүсе бер кеше онлайн-кредит алам тип 12 мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Бөгөн өйҙә ултырып ҡына кредит, тауар алыу бик уңайлы, әммә унда мутлашыусылар иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Бик белеп кенә эш итмәһәң, улар һине үҙенең ҡармағына эләктерергә әҙер тора.
Мәләүез районы Һәйет ауылында йәшәүсе полиция бүлексәһенә мөрәжәғәт итә. Ул полицияға бер сайтта онлайн-кредит алырға ғариза ҡалдырыуы, шунан уға берәүҙең шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип танытыуы һәм кредит документтарын әҙерләү һылтауы менән уның 12 мең һум аҡсаһын урлауы тураһында һөйләп бирә. Аҡсаны был ир уғрының иҫәбенә онлайн-банк ҡушымтаһы аша күсергән.

Әлеге ваҡытта полиция тикшереү уҙғара, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Т. Аманов.

Читайте нас