Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2021, 08:58

Өфөлә фатир хаҡтары

Ҡайһы районда фатирҙар осһоҙ?

Өфөлә фатирға хаҡтар артҡандан-арта. Уҙған йылдың декабрендә торлаҡ хаҡтары тағы 5,95 процентҡа күтәрелгән. Domofond агентлығының мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында тәҡдим ителгән бер бүлмәле фатирҙың уртаса хаҡы 2,58 миллион һум тәшкил итә, ике бүлмәлеһе – 3,5 миллион һум, өс бүлмәле – 4,9 миллион һум. Һәр районды айырым ҡарағанда, һөҙөмтә ошолайыраҡ:
– Дим районы: бер бүлмәле фатир – 2,485 миллион һум, ике бүлмәле – 3,5 миллион һум, өс бүлмәле – 4,3 миллион һум.
– Калинин районы: бер бүлмәле фатир – 2,1 миллион һум, ике бүлмәле – 2,8 миллион һум, өс бүлмәле – 3,4 миллион һум.
– Киров районы: бер бүлмәле фатир – 3,15 миллион һум, ике бүлмәле – 4,45 миллион һум, өс бүлмәле – 6,3 миллион һум.
– Ленин районы: бер бүлмәле фатир – 2,8 миллион һум, ике бүлмәле – 3,76 миллион һум, өс бүлмәле – 5,5 миллион һум.
– Октябрь районы: бер бүлмәле фатир – 2,9 миллион һум, ике бүлмәле – 3,7 миллион һум, өс бүлмәле – 4,7 миллион һум.
– Орджоникидзе районы: бер бүлмәле фатир – 2,2 миллион һум, ике бүлмәле – 2,8 миллион һум, өс бүлмәле – 4,08 миллион һум.
– Совет районы: бер бүлмәле фатир – 3,05 миллион һум, ике бүлмәле – 4,2 миллион һум, өс бүлмәле – 5 миллион һум.
Шулай итеп, иң осһоҙ фатирҙар Калинин районында. Шулай уҡ Дим һәм Орджоникидзе районындарын билдәләргә мөмкин. Иң ҡыйбатлылары Киров һәм Совет районындары. Быларҙың барыһы ла икенсел торлаҡҡа ҡуйылған хаҡтар.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас