Ярыш һөҙөмтәһенә килгәндә, Норвегия спортсылары бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ беренсе урынды яулаһа. ә инде икенсе-өсөнсө урын өсөн Финляндия һәм ярышҡа сыҡҡан Рәсәйҙең ике командаһы көс һынашты. Беҙҙең беренсе команда өсөн һуңғы этапта йүгергән билдәле Александр Большунов финишҡа етерҙә фин менән сыуаланып, һөҙөмтәлә өсөнсө булып ҡалды. Ярыш тамамланғас та спортсыбыҙ эмоцияһын тыя алмай, финдың өҫтөнә барып ҡоланы. Ойоштороусылар видеотаҫманы ҡат-ҡат ҡарай торғас. Рәсәйҙең беренсе составын дисквалификациялап, финишҡа дүртенсе булып килгән Рәсәй командаһын бронза миҙал призеры итеп танытты.