Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2021, 19:40

Тажзәхмәт тағы ике кешенең башына етте

Һуңғы тәүлектә тағы ла 168 кешелә диагноз раҫланған. Тулыраҡ:

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 168 кешегә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 22738 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Министрлыҡтың мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта республикала барлығы 5337 кеше коронавирус менән сирләй. Бөгөнгө көндә дауахана шарттарында 659 кеше дауалана. Ҡалған сирлеләр амбулатор шарттарында күҙәтелә.
Һуңғы тәүлектә тажзәхмәттән тағы ике кешенең һәләк булыуы билдәле булды. Коронавирустың республикалағы ҡорбандары һаны 171-гә етте.
Сир тарала башлағандан алып 17230 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 41 кеше – һуңғы тәүлектә.
Фото: pixabay.com
Читайте нас