Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Января 2021, 19:35

Студенттар араһында ҡыҙҙар күберәкме, егеттәрме?

Башҡортостанстат белгестәре яңы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе менән бүлеште.

Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында барлығы 97,3 мең студент белем ала. Уларҙың 48 проценты – егеттәр, 52 проценты – ҡыҙҙар. Был хаҡта Башҡортостанстат хәбәр итә.
Популяр һөнәрҙәр рейтингында тәүге урынды, элеккесә, иҡтисади, юридик, мәғлүмәт технологиялары һәм энергетика менән бәйле һөнәрҙәр биләй.
Белегестәр билдәләүенсә, ҡыҙҙар күберәк гуманитар һөнәрҙәрҙе һайлаған – улар күпләп һаулыҡ һаҡлау, педагогика, иҡтисад, сәнғәт һәм мәҙәниәткә бәйле профилдәр буйынса белем ала.
Республиканың дәүләт вуздарында рәсәйлеләр өҫтөнлөк итә (95,2 процент).
Фото: Т.Аманов
Читайте нас