Ҡар таҙартыу субботнигында идаралыҡтар, учреждениелар ғына ҡатнашып ҡалманы, республика халҡы ла әүҙем ҡушылды. Бөгөн барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр урамдарҙы, ихталарҙы, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән. Айырыуса ҙур өмәләр Ҡыйғы, Стәрлетамаҡ, Кушнаренко райондарында, Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында үткәрелде. Мәҫәлән, Ишембайҙа ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн 900-ҙән ашыу кеше сыҡҡан, 34 берәмек техника йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә 200 саҡрым урам һәм юл, 306 ихата таҙарып ҡалған.
Баш ҡала хакимиәте Өфө халҡын етди хәүефтән – ҡыйыҡтарҙан һәленеп торған боҙ бармаҡтарынан, бейектән ишелгән ҡарҙан һаҡ булырға, иҫкәртеүсе төҫлө таҫма менән кәртәләнгән биләмәләрҙә йөрөмәҫкә, балаларға ҡарата иғтибарлы булырға саҡыра.