Навльный яҡлылар Ленин урамынан Салауат Юлаев майҙанына атлап үтте. Иң аяныслыһы, был сараға бәлиғ булмаған балалар күпләп сыҡҡан ине. Билдәле булыуынса, үҫмерҙәр социаль селтәрҙәр аша йәлеп ителгән. Әлбиттә, 14 йәше лә тулмаған баланы ниндәй сәйәсәт ҡыҙыҡһындырһын? Әлеге осраҡта ата-әсәләргә иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки йәш быуындың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн тап улар яуаплы.
Илшат Алмаев: акцияла ҡатнашҡан үҫмерҙең атаһы: «Әле уларҙың аңы үҫешеп етмәгән. Балаларҙың яңылыш юлдан китеүе бар».
Анастасия Сосновская, әсә: «Мин балаларҙы бындай акцияларға йәлеп итеүҙәренә ҡаршымын. Шул арҡала сабыйҙың холҡо боҙола, бер ата-әсә лә үҙенең балаһына быны теләмәйҙер. Беҙ уларҙы манипуляцияларҙан һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ».
Кисә республика башлығы ла үҙенең фекерен белдерҙе, бындай сараға балалар йәлеп ителеүе аяныслы күренеш, тигәйне ул. «Бер ваҡытта ла йәмғиәттә, хатта ғаилә эсендә лә бер төрлө генә фекерҙәр булмай. Үҙ ҡарашыңды белдереү өсөн төрлө инструменттар бар. Беҙ ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ фекерен белдереүгә урамға сығыуын инҡар итмәйбеҙ. Тимәк, был минең ғәйеп. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп ҡайҙалыр бара икән, минең, минең командамдың, хөкүмәттең үҙ эшен эшләп еткермәүен күрһәтә», – тине Башҡортостан башлығы. «Тик бына балаларҙы этеш-талаш булған урынға йәлеп итеү енәйәткә тиң. Әгәр кешеләрҙә дәғүәләр, ғәҙелһеҙлек күренештәренә һорауҙар тыуа икән, беҙ йыйылып Йәмәғәт палатаһы менән берлектә һөйләшеүҙәр алып барырға тейешбеҙ. Йәмәғәт палатаһы тап халыҡ һәм власть араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙы көйләү инструменты ла инде», – тине Радий Хәбиров.