Мәғариф министрлығы башлығы Айбулат Хажинға бөгөн онлайн-режимда үткән республика ата-әсәләр йыйылышында ҡыҙыҡлы һорау бирҙеләр. Трансляцияла ҡатнашыусыларҙың береһе “Атай булыуы ҡыйыныраҡмы, әллә министр булыуымы?” тип һораны Айбулат Хажиндан.
- Был миссияларҙың икеһе лә мөһим һәм бик ҡатмарлы, - тип яуап бирҙе министр. – Ысынын әйткәндә, министр эшен атҡарыу еңелерәктер. Сөнки ата-әсә миссияһынан мөһимерәк бер нәмә лә юҡ.
Айбулат Хажин шулай уҡ дәүләт эше арҡаһында үҙенең атайлыҡ бурысын һәр ваҡытта ла еренә еткереп үтәмәүенә үкенесен белдерҙе.