Көндөҙ Краснокама районында, Дүртөйлө-Нефтекама автоюлының 87-се саҡрымында, ҡара-ҡаршы килгән "ZAZ Chance" менән КамАЗ йөк машинаһы бәрелешкән.
"ZAZ Chance" машинаһының 33 йәшлек водителе шунда уҡ яраларҙан йән биргән.
Йөк машинаһы менән Нефтекаманан 57 йәшлек водитель идара иткән.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Төшкә ҡарай Туймазы районының Воздвиженка ауылы янында, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автоюлының 47-се саҡрымында, ҡара-ҡаршы килгән "Geely MK-Cross" менән "Лада Веста" бәрелешкәндәр.
"Лада Веста"ның пассажиры, 34 йәшлек ҡатын, аварияла яраланып, дауаханаға эләккән.
Машиналар менән 43 һәм 40 йәшлек ирҙәр идара иткән. Авария сәбәптәрен тикшереү бара.
Тәүлек эсендә 2500-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 23 иҫерек водитель тотолған.