Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2021, 10:20

Эконом класлы картуф ниндәй була?

Тиҙҙән һатыуға әҙ аҡсалы кешеләр өсөн картуф сығарыуҙары ихтимал. Ул ниндәй була икән, тиһегеҙме?

Баҡһаң, фермерҙар һатыуға ваҡ картуф сығарырға тәҡдим итә. Арзаныраҡ та булыр, тиҙәр. Кеше барыбер аласаҡ, йәнәһе. Кемдең аҡсаһы эре картуфҡа етмәй, мә, һеҙгә вағы.
Эконом класлы продукцияның эре картуф хаҡынан 15 - 20 процентҡа арзаныраҡҡа төшөүе ихтимал.
Картуф союзы сауҙа селтәрҙәренә тәҡдим иткән ваҡ картуф ҙурлығы 35 - 55 мм тирәһе буласаҡ икән. Сеткаға 2,5, 3, 5 кг итеп үлсәп һалып һатасаҡтар.
Булырмы бындай хәл, юҡмы? Уныһын ваҡыт күрһәтер. Был тәҡдим нисек һеҙҙеңсә?
Фото: РИА-Новости.
Читайте нас